Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июнь 2021, 11:25

Һыу инеү миҙгеле асылды, ә көн һыуыҡ!

Бөгөн һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә асылды. Ғәҙәттә, 1 июндә асыла ул. Тик бөгөн йүгереп барып ҡына сумырлыҡ көн түгел. Шулай ҙа ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ: һыуҙа һаҡ булырға кәрәк.

Алдан яҙыуыбыҙса, баш ҡалала ун һыу инеү һәм ял итеү зонаһы эшләй (https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-alani--ay-i-plyaginda-i-inasa-i-i-807414/).
Майҙың эҫе тороуы арҡаһында кеше һыу инеүҙе иртәрәк башланы. Һәм... батып үлеүселәр ҙә бар. Хәйер, бәхетһеҙ осраҡтар туҡтағаны ла юҡ.
Ҡала яны һыуҙарында махсус рейдтар үтә лә ул, тик ауылдарҙа ҡотҡарыусы бригадалар юҡ шул. Тимәк, үтә лә һаҡ булырға кәрәк.
Һәр ерҙә һыу инеү мөмкин түгел. Бының өсөн махсуслаштырылған урындар талап ителә. Балалар һыу буйында үҙҙәре генә йөрөмәһен. Бәлә - аяҡ аҫтында. Иғтибарлы булығыҙ!
Фото: Автор фотоһы.
Читайте нас