Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июнь 2021, 06:15

Бөгөн – Бөтә донъя һөт көнө

Был көндөң маҡсаты – һөттөң файҙаһы хаҡында мәғлүмәт биреү. Датаны иң тәүҙә 2001 йылда билдәләгәндәр. Уға тиклем дә ҡайһы бер дәүләттә милли һөт көнө булған. Ә быныһы БМО тарафынан һайланған.

Һөткә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы факттар:
XIX быуат урталарына тиклем һөт йоғошло сирҙәр сығанағы булған, имеш. Пастеризациялау (был процедураны француз микробиологы Пастер уйлап тапҡан) һөҙөмтәһендә был проблема хәл ителгән.
Һыйыр елененә 23 литрға тиклем һөт һыя.
Йылына бер кешегә 300 кг һөт продукты кәрәк.
Лактоза – һөттәге шәкәр, ә лактаза –лактозаны эшкәртеү өсөн кеше организмында барлыҡҡа килгән фермент.
Планеталағы һәр икенсе кешелә һөт эшкәртелмәй икән. Сөнки лактаза кимәле түбәнәйә. Ни өсөнмө? “Өлкәндәрсә” туҡлана башлаған өсөн.
Әйткәндәй
Һеҙҙең өсөн ябай ғына бер рецепт. Бананлы-һөтлө коктейль.
Һөт – 500 мл
Банан – 2 дана
Бал – 20 мл
Лимон – 1 дана
Геркулес – 60 г
Ҡаймаҡ (сливки) – 40 мл
Геркулесты блендерҙа ваҡлайбыҙ, уға банан, һөт, бал, лимон һуты ҡушабыҙ. Ҡаймаҡты айырым туғыйбыҙ. Барыһын бергә ҡушабыҙ. Коктейль әҙер. Тәмле булһын!
Фото: vk.com
Читайте нас