"Өфө-Лайн" пассажирҙар ташыу компанияһы юл хаҡын арттырыу тураһында хәбәр итә.
Был 220-се («Профилакторий "Радуга" — Южный автовокзал»), 224-се («Ул. Адмирала Макарова — Микрорайон «Южный»), 233-сө («Ул. Бельская — ТЭЦ-1»), 288-се («Оздоровительный комплекс "Сипайловский" — Максимовка») автобустарға ҡағыла.
Юл хаҡы ҡулаҡса ла, банк картаһы, хатта "Алға" картаһы менән дә 30 һум буласаҡ.