Район намыҫын был ярышта педагогтар Тәнзилә Уйылданова, Гүзәлиә Ғибәҙәтова, Байрас Мәхмүтов, Илһам Фаҡыев, Йәмил Мәхмүтов һәм Азамат Вәлиев яҡланы. Милли колоритҡа өҫтөнлөк биреп, сығыштарын ошо юҫыҡта күрһәткән әбйәлилдәр, ҡаршылыҡтар һыҙатын да уңышлы үтте һәм дөйөм иҫәптә беренсе урын яуланы, тип яҙа "Осҡон" гәзите.