Магазин таларға сыҡҡан берәү...

Бөрө ҡалаһының Комаров урамындағы магазинға төштән һуң билдәһеҙ ир инеп, бысаҡ менән янап, һатыусынан аҡса талап итергә тотонған. Сауҙа нөктәһенә кешеләр килеп ингәс, ул ҡаса һалған.

Ләкин ул алыҫҡа китмәгән: Интернационал урамындағы икенсе магазинға кереп, шулай уҡ бысаҡ менән ҡурҡытып, кассалағы 3 меңгә яҡын аҡсаны, ике шешә коньякты алған.
Иҫерткес эсемлекте эсеп, аҡсаны тотоноп өлгөрмәгән, уны тотҡандар. Алдан бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 65 йәшлек ир хәҙер һаҡ аҫтында ултыра.
Уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас