"Баш-баштаҡлыҡ!": Радий Хәбиров Өфөнөң таҙалығына үҙ фекерен белдерҙе

БР хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР Башлығы Радий Хәбиров республиканың баш ҡалаһын йыйыштырыу ойоштороуҙы ҡаты тәнкитләне. Ул әгәр ҙә Өфө хакимиәтендәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса яңы етәксе шулайтып тағы ла бер аҙна эшләһә, яңы эш урынын эҙләйәсәк, тип һыҙыҡ аҫтына алып үтте.

«Күрәһең был кеше ҡайҙа эшләргә килгәнен тулыһынса төшөнөп етмәгән. Һеҙ уны һелкетегеҙ. Миңә былай ҙа мәшәҡәттәр етерлек. Пугачев урамы буйын, юл үткәргесте, Салауат Юлаев проспектындағы үләнде сабығыҙ. Баш-баштаҡлыҡ! Мин Айҙа йәшәмәйем бит, Өфөнө йыйыштырыу тураһында мәғлүмәт миңә даими килеп тора. Шуны белдерәм - дүрт миллионлыҡ республиканың баш ҡалаһы хуш еҫтәр аңҡытырға һәм тап-таҙа булырға тейеш, — тип белдерҙе БР Башлығы һәм Өфө мэры Сергей Грековҡа бурыс ҡуйҙы. — Мин һеҙҙең торлаҡ-коммуналь бок менән эште туҡтатасаҡмын. Нимә теләйһегеҙ шуны эшләрһегеҙ. Көстәрҙе һәм финанстарҙы күсерегеҙ, кешеләр сыҡһын да ҡаланы ялтыратһын».

Радий Хәбиров БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына ла был юҫыҡта эште көсәйтергә ҡушты. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, теләгән ваҡытта Яңауылға килеп, ундағы таҙалыҡты күрергә мөмкин.
«Үҙҙәрендәге хәл ҡатмарлы булһа ла бәләкәй ҡалалар стандарттарҙы үтәй. Ә бында минең буйҙы аша үҫкән ҡый үләне. Үҙәк урамдарҙа төҙөлөш сүп-сары, ташландыҡ машиналар, — тине Радий Хәбиров. — Ҡалалрҙың таҙалығы беҙҙең стандарт, визит карточкаһы булып тора! Саң осмаһын, бәпембә сәскә атмаһын, аллергиктар һәм балалар ыҙаламаһын өсөн барыһын да эшләгеҙ. Минең алда күләмле бурыстар тора, мин һәр йыйыштырыусыға барып етә алмайым».
Төбәк етәксеһе ҡаланың торлаҡ-коммуналь блогына Өфө биләмәһен тәртипкә килтереү өсөн бер аҙна ваҡыт бирҙе.
Читайте нас