Бөгөн – Бөтә донъя блондинкалар көнө

Иҫтәлекле даталар календарында билдәләп ҡуйылған был. Һары сәсле ҡатын-ҡыҙҙарға ғына арналған көн ниңә кәрәк булған, тиһегеҙме?

Бөтә донъя һары сәсле (тәбиғи һары! Хатта аҡһыл һары) ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң маҡсаты – үҙаллылыҡты һәм юғары интеллектты иҫбатлау. Уның башланғысында АҠШ-тағы блондинка-адвокаттар тора. Баҡһаң, адвокат ирҙәр һары сәсле хеҙмәттәштәрен етдигә һанамай, үҙҙәре менән тиң ҡуймай бер булған. Хатта карьера баҫҡысынан үрләргә аяҡ салған. Йәнәһе, блондинкаларҙың интеллекты түбән. Шуға ла һары сәсле адвокат ҡатын-ҡыҙҙар үҙ хоҡуғы өсөн көрәшергә булған.
Айырым көндө билдәләүҙең тағы бер варианты бар. Ул кино менән бәйле. 2001 йылда “Блондинка в законе” тигән кинокомедия сыҡҡан. Тап шул фильм арҡаһында блондинкалар көнөн булдырғандар, ти. Ә һеҙ ҡаранығыҙмы?
Рәсәйҙә блондинкалар көнө 2006 йылдан алып билдәләнә. Байрам хөрмәтенә йыл һайын “Бриллиант шпилька” премияһы тапшырыла.
Белоруссия һәм Латвияла һары сәслеләр парады үтә.
Әйткәндәй
Блондинкаларҙың “аҡылы” хаҡында уйҙырманы ирҙәр уйлап сығарған. Көслө зат ниңәлер һары сәсле ҡатын-ҡыҙҙы етдигә алмай, имеш. Улар өсөн блондинка – бәләкәй генә, һаҡлау-яҡлауға мохтаж берғатлы ҡыҙ.
Донъялағы иң тәүге билдәле блондинка тип мөхәббәт һәм матурлыҡ алиһәһе Афродита һанала.
Төрлө тәжрибә һәм тикшеренеү үткәреп, ғалимдар шундай һығымтаға килгән: XXIII быуат башында донъяға иң һуңғы тәбиғи блондин йә блондинка тыуасаҡ. Моғайын да, Финляндияла.
Фото: vk.com
Читайте нас