Һайлау барышын күҙәтеү өсөн 10 партия менән килешеү төҙөлдө

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы етәкселеге быйылғы тауыш биреү осоронда граждандарҙың һайлау хоҡуғын тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәшлек итеү өсөн партияларҙың урындағы бүлексәләре менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.

Түбәндәге партиялар менән килешеү төҙөлдө (атамалары русса бирелә): «Партия роста», «Российская экологическая партия «Зеленые», «Российский общенародный союз», «Российская партия пенсионеров за социальную справедливость», «Гражданская инициатива», «Партия Возрождения России», "Казачья партия Российской Федерации" «Народно-патриотическая партия России – власть народу», "Единая Россия", "Новые люди".
Республика йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина белдереүенсә, БР Йәмәғәт палатаһы һайлау барышын күҙәтеү өсөн үҙ вәкилдәрен ебәрергә теләүсе башҡа партиялар менән дә килешеү төҙөргә әҙер.
Әйткәндәй, күҙәтеүсе булырға теләүселәр 8-347-218-17-74 телефоны буйынса белешә ала.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.
Читайте нас