Юлда машина янып киткән

Кисә Ауырғазы районының Мостафа ауылына етәрәк еңел автомобиль юлдан төшөп китеп, яна башлаған.

Шаһиттар әйтеүенсә, ул шырпы ише "гөлт" итеп ҡалған.
Водитель менән пассажирҙы юлдың икенсе яғына һөйрәтеп алып сығып өлгөргәндәр.
"Улар иҫереккә оҡшағайны", - ти шаһиттар.
Ут һүндергестәр менән тәүге ялҡынды баҫҡандар. Ләкин һуңынан автомобиль яңынан янырға тотонған.
БР ЮХХДИ органдарынан рәсми комментарийҙар әлегә юҡ.
Өфөлә Өфө шоссеһы менән Трамвай урамы сатында авария теркәлгән: «Фольксваген Поло»ның 33 йәшлек водителе Өфө шоссеһына табан боролғанда «Лада Ларгус»ҡа барып бәрелгән. Бәрелеүҙән "Лада" баш түбән әйләнгән.
Автомобиль эсендә пассажир ҡатын ҡыҫылып тороп ҡалған. Уны ҡотҡарыусылар сығарып, дауаханаға оҙатҡан.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас