Учалыла Халыҡ-ара күршеләр көнөн билдәләнеләр

Йыл һайын майҙың һуңғы йомаһында Халыҡ-ара күршеләр көнө билдәләнә. Учалы ҡалаһында ошо көн уңайынан "Күршеләр көнө" байрамын үткәреү матур йолаға әйләнгән.

Быйыл байрам Тыныслыҡ урамының 22-се, 24-се һанлы йорттары ихатаһында үтте.
Конкурста һәр торлаҡ-коммуналь идаралығынан бер команда ҡатнашып, ижади бәйгеләрҙә һәләттәрен балҡытты.
Бик күңелле сарала балалар өсөн һүрәт төшөрөү конкурсы, оҫтабикәләрҙең ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас