Мозкин менән Зарипов аҡса һорайҙар…

Рәсәйҙең билдәле хоккейсыһы, Рәсәй йыйылма командаһы составында Олимпия уйындары чемпионы, ике тапҡыр донъя еңеүсеһе, ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаған Сергей Мозякинға «Металлург» клубы етәкселеге тренерлыҡ эшен тәҡдим иткән.

Тик 40 йәшлек һөжүмсе уйнау карьераһын дауам итеүҙе хуп күрә. Әммә уның ҡиммәт булыуын күҙ уңында тотоп, Магнитогорск командаһы уны составта тота алмауын белдергән.
Шулай уҡ «Аҡ барс» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, биш тапҡыр Гагарин кубогын яулаған билдәле Данис Зарипов та эшһеҙ ҡалыуы ихтимал. Ул да клуб етәкселегенән 60 миллион һум һораған. Әммә Ҡазан клубы етәкселеге уның һорауына әлегә яуап бирмәгән.
фото: ТАСС.
Читайте нас