«Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреү ситуация үҙәге үҙ эшен дауам итә

Бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙҙә 680 һайлау участкаһы асылды.

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреү төбәк ситуация үҙәге үҙ эшен дауам итә. Бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙҙә 680 һайлау участкаһы асылған. Улар киске сәғәт һигеҙгәсә эшләй. Быйыл республикабыҙҙа һайлауҙар ҡатнаш система буйынса үткәрелә, йәғни һайлаусы үҙенең тауышын электрон рәүештә лә, теркәлеү урыны буйынса участкала ла бирә ала.
«Барыһын да онлайн ойошторорға мөмкин булыр ине. Әммә республикала халыҡтың күпселеге ауылда йәшәй бит. Етмәһә, ҡайһы бер урында интернет тотороҡһоҙ, «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтына ла инеп булмай хатта. Участкаларҙың күбеһе социаль учреждениеларҙа урынлашҡан, 33 проценты - белем усаҡтарында, 54 проценты - мәҙәниәт йорттарында, 10 проценты - ижад, спорт үҙәктәрендә, китапханаларҙа, һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларында», - тип хәбәр итә партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Ойоштороу комитеты ағазалары, партияның төбәк башҡарма комитеты хеҙмәткәрҙәре, юристар һәм IT-белгестәр тауыш биреү барышын күҙәтә һәм штаттан тыш ситуацияны хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. Ситуация үҙәгендә алдан тауыш биреү кандидаттары һәм һайлаусылар өсөн ҡыҙыу элемтә эшләй: (347) 226-78-05.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24-30 майҙа тотош илдә электрон алдан тауыш биреү уҙғарылғайны. Бөгөн ҡайһы бер төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда килеп тауыш биреү өсөн һайлау участкалары асылды. Алдан тауыш биреүгә йомғаҡ июнь башында яһала.
Сентябрҙә бөтә кимәлдәге һайлауҙа партиянан күрһәтелергә тейешле кандидаттарҙың исемлектәре 19 июндә Мәскәүҙә раҫлана.
Читайте нас