"ГАЗель Некст" шассиһындағы махсус техниканың хаҡы 4 млн һум. Районда уның ярҙамында төпкөл һәм бәләкәй ауылдарға алып барып тамаша ҡуясаҡтар, кино күрһәтәсәктәр. ⏬
Күсмә автоклубта тауыш, яҡтылыҡ ҡорамалдары менән сәхнә һәм үҙенең электр генераторы бар. Уның ярҙамында баҫыуҙа ла концерт ҡороп була.
Машина "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса ҡайтарылған. РДК белгестәре уны ҡулланыу буйынса план-график та ҡорған. Автоклуб VI Бөтә донъя фольклориадаһы сараларына ла йәлеп ителәсәк.