– Башҡорт әҙәбиәте донъя кимәлендә танылыу алырға тейеш. Ошо маҡсатта тәржемә өлкәһен йәнләндерергә кәрәк, был эшкә республика ҡаҙнаһынан өс миллион грант бүлеү ҡарала. Өфө үҙәгендә ҡәләм оҫталарын бер майҙанда туплаусы урын барлыҡҡа киләсәк. Пушкин урамындағы күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының алтынсы йыл буш торған ике ҡатлы бинаһын республика ҡарамағына күсереп, мәҙәни үҙәккә әйләндерәсәкбеҙ. Унда әҙәби салон асыу, «Китап» нәшриәте йортоноң экпозицияһын булдырыу планлаштырыла. Шулай уҡ Евразия китапханаһы төҙөләсәк, уның яҡынса проекты әҙер, тышҡы яҡтан тирмәне хәтерләтә. Китапхана Хөкүмәт йорто һәм республика һуғыш ветерандары госпитале араһында төҙөләсәк, ҡалаға инеп барған күперҙән үк күренеп торасаҡ.