Ауырғазы районында йәшәүсе Сәйфетдиновтарҙың ике йәшлек ҡыҙҙары ҡапыл ауырып китә. Уны тәүҙә — Стәрлетамаҡта, һуңынан Өфөлә дауалайҙар. Ҡатмарлы операция талап ителгәнгә күрә, ҡыҙҙы Мәскәүгә йүнәлтмә менән ебәрәләр. Баланы оҙатып атаһы йөрөй, сөнки ҡатын бына-бына икенсегә әсә булырға йыйына.
Балаға операция уңышлы үтә, уға талап ителгән ҡан тамырын муйынан алып бауырына күсереп ултырталар.
Ләкин был ваҡытта атаһы Русландың тән температураһы күтәрелә, бер аҙна ҡунаҡханала сирләп ята. Ә ПЦР – пробалары кире һөҙөмтә күрһәтә. Дауаханаға алып килгәс, ирҙең тромбы өҙөлә һәм ул яҡты донъя менән хушлаша.
“Мин ҡыҙыбыҙҙың ни өсөн ауырып киткәнен аңламай ҙа ҡалдым. Уның бер ҡасан да хатта вируслы сир йоҡторғаны булманы. Табиптар әле уға оҙайлы реабилитация кәрәк буласаҡ, ти. Сөнки баш мейеһенең эшмәкәрлегенең боҙолған. Йотоу рефлексы, аяҡ-ҡулдарҙы тотоу проблемаһы бар. Әлеге ваҡытта баланы ҡарау өсөн шәфҡәт туташын ялланыҡ. Иремде ерләгәндән һуң, ҡәйнәм ҡыҙыбыҙ янына барасаҡ. Иремдең икенсе баламды күрә лә алмауы бик ауыр, сабый ике аҙнанан донъяға килергә тейеш”, - тип илай Рәзилә.
Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләгә ярҙам күрһәтергә теләүселәр өсөн Рәзилә Рәшит ҡыҙының номерын бирәбеҙ — 89270890492.