Йәнә лә Өфө-Аэропорт юлы...

Нимә һәм ниңә?Был юлды тағы ла йүнәтәләр!⏬

31 майҙан алып Өфө-Ырымбур юлының М-5 "Урал" трассаһынан алып ҡалаға ингән урынға (С.Юлаев проспектына) тиклем араның кәлийәһен фрезалап һыҙырасаҡтар. Шул сәбәпле транспорт ғәмәлдәге өс һыҙаттың береһенән генә ебәреләсәк.
Ремонт көндөҙгө сәғәт 12-нән иртәнге сәғәт 7-гә тиклем барасаҡ, йәкшәмбеләрҙә иһә туҡтатылып торасаҡ.
Юлды ремонтлау 30 сентябрҙә тамамланырға тейеш булһа ла, эште подрядсы июль айы башында тамамларға ниәтләй.
Автомобилселәргә бөкөләрҙә тороп йонсомаҫ өсөн алдараҡ сығырға йәки урау юлдарҙы һайларға кәңәш итәбеҙ.
Читайте нас