Вакцина мутацияға килтерәме?

Медицина фәндәре докторы, БДМУ-ның кафедра мөдире, профессор Нәүфәл Заһиҙуллин коронавирустан вакцина организмда мутациялар тыуҙыра тигән шикте таратты.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына биргән интервьюһында ул, организмда туҡтауһыҙ мутациялар бара, тип аңлатты. Вирустар ҙа билдәле бер кимәлдә гендарҙың структураһын үҙгәртергә мөмкин. Был нормаль процесс, ә бер ниндәй ҙә вакциналау аша ДНК-ны маҡсатҡа ярашлы үҙгәртеү түгел.
Профессор әйтеүенсә, вакцинаның йоғонтоһо күпмегә етә, әлегә әйтеүе ҡыйын. Ҡағиҙә булараҡ, миҙгел ауырыуҙарына ҡаршы вакцинаның йоғонтоһо бер йылға етә. Коронавирустан вакцина ла күп компонентлы прививкалар составына инеп, киҙеүҙән вакциналау сиктәрендә йыл һайын эшләнеүе ихтимал.
Ковидҡа ҡаршы вакциналар араһында иң ныҡ өйрәнелгәне – «Спутник V». Нәүфил Заһиҙулин үҙе лә тап ошо вакцинаны эшләтергә йыйына һәм ата-әсәһенә лә шуны тәҡдим иткән. БДМУ клиникаһындағы пациенттарҙы күҙәтеп, табиптар был вакцинаның төрлө өҙөклөктәргә, атап әйткәндә, тромбозға килтермәүен билдәләгән.
Табип әйтеүенсә, илдә халыҡтың 60 процентының вакциналаныуына өлгәшергә кәрәк. Миҫал итеп ул дөйөм вакциналау ауырыуҙың ҡырҡа кәмеүенә килтергән Израилды килтерә.
Читайте нас