Рудольф Нуриевтың партнеры — бөйөк балерина Карла Фраччи вафат...

Беҙҙең бөйөк яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың төп партнерҙарының береһе Италияның төп прима-балеринаһы Карла Фраччи 85 йәшендә вафат булған.

Оло ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Рудиның ҡалаһы» (Нуриевты ул шулай тип атап йөрөткән) – Өфөнө күрә алмай үлеп киткән.
Был хаҡта беҙгә Италияғы дуҫтарыбыҙ хәбәр итә.
– Мин ике тапҡыр уның менән Миланда осраштым. Тәүге тапҡыр пандемия алдынан өйөндә интервью алғайным. Шунда уҡ тарихи фото ла төшөрҙөм. Унда Карла Фраччи ҡулына Руди һәм уның дуҫы Эрик Брун менән бергә төшкән фотоны тотоп тора.
Һуңғы интервьюны февралдә «Рудольф Нуриев. Италияны яулау» документаль фильмын төшөрә барғанда билдәле «Ла Скала» театрында видеоға яҙҙырғайным.
Беҙ икебеҙ ҙә уны Өфөлә әле әҙерләнеп ятҡан проект – «Нуриев миҙгелдәре» фестивалендә күреүебеҙгә шат булыуыбыҙ хаҡында һөйләштек. Карла Фраччи, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ире – легендар продюсер Беппе Менегатти менән алыҫ юлға сығырға әҙер ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфө уны көтөп ала алманы. Тик шуныһы ғына күңелгә йыуаныс бирә, Рудольф Нуриев тураһында иҫтәлектәренең яҙмалары ҡалды. Беҙ уны фильм аша мотлаҡ тамашасыларға еткерәсәкбеҙ.
Читайте нас