Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытында герцог Арман Эммануэль дю Плесси дюка де Ришельё етәкселегендәге француз ғәскәрҙәре 1756 йылдың 28 майында британдарҙан Менорка утрауын тартып алғандан һуң булған бер ваҡиғала барлыҡҡа килгән ул.
Герцогтың ашнаҡсыһы төшкө аш әҙерләргә була ла, кәрәкле ҡаймаҡты таба алмай һәм ҡул аҫтында булған аҙыҡ-түлектән соус эшләргә уйлай. Йомортҡаны һәм үҫемлек майын ҡуша, тәмләткестәр өҫтәй. Икенсе бер версия буйынса, был соус рецебын ашнаҡсы урындағы халыҡтан өйрәнә. Бик тәмле килеп сыға. Уны Меноркалағы Маон ҡалаһы (алыш шунда була) хөрмәтенә “маон соусы” тип атайҙар.
Майонездың төп ингредиенттары: үҫемлек майы, йомортҡа һарыһы, уксус йә лимон һуты, тәмләткестәр (тоҙ, шәкәр, горчица).
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: тәүлегенә бер ҡалаҡтан да артығыраҡ майонез ашамағыҙ. Сөнки унан да күберәк соустан бауырға һәм ашҡаҙан аҫты биҙенә ауыр буласаҡ.