Был еҫ баш ҡаланың дүрт районында лә күҙәтелгән. Берәүҙәр, тиреҫ һәм канализация еҫе был, икенселәр, көкөрт еҫе һымаҡ та ине, тип фаразлай.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, Яңы Черкассы ауылындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында сүп-сар яна. Янғын һүндереүселәр асыҡ утты һүндергән, төтәп ятҡан урындар махсус техника, бульдозерҙар менән һөрөлә.
«Роспотребнадзор» идаралығы Өфө районындағы һауаны тикшерә.