"Һаулыҡ поезы" юлын дауам итә

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында уҙғарылған "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы беҙҙә әүҙем бара. Уның буйынса райондарҙың төпкөл ауылдарына махсус бригада менән медицина белгестәре килә.

Мәҫәлән, 24 майҙа "Һаулыҡ поезы" Баҡалы районында булған. Унда район дауаханаһы медиктары ғына түгел, ә республика клиникалары табиптары ла булған.
Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, кардиология үҙәге кеүек дауалау учреждениелары белгестәре ауыл халҡына ҙур ярҙамсы.

Күсмә вагондарҙа терапевт, кардиолог, акушер-гинеколог, кардиолог, травматолог, УЗД табибы, хирург, окулист, невролог кеүек белгестәр халыҡты ҡабул итә.
Баҡалыла шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға ла мөмкинлек бирелгән.
"Һаулыҡ поезы" үҙ эшен артабан да дауам итәсәк.
Фото: Баҡалы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас