Ҡауаҡты нисек бөтөрөргә?

Баштың ҡауаҡлауы күптәргә таныш проблема. Унан нисек ҡотолорға һуң?

Түбәндәге халыҡ дауалау ысулдарын ҡулланып ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.
  • 1,5 ҡалаҡ кефирға шул уҡ күләмдә араҡы һәм бер йомортҡа ҡушып бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы көн аша баш тиреһенә һөртөргә.
  • 4 лимон ҡабығын бер литр һыуҙа 15 минут бешерергә. Ошо төнәтмә менән аҙнаһына бер тапҡыр сәстәрҙе сайҡатырға.
  • Бер-ике йомортҡаны күперткәнсе туҡырға һәм шуның менән башты йыуырға. Һуңынан баш тиреһенә бал һөртөргә һәм бер сәғәттән һуң һабынһыҙ ғына йыуып алырға.
  • Ҙур булмаған башлы һуғанды ҡырғыстан үткәрергә. Шуны күп ҡатлы марляға төрөп, һутын баш тиреһенә һөртөргә. Бер нисә процедуранан һуң ҡысыуы ла туҡтай, ҡауаҡ та бөтә.
  • Үтә майлы ҡауаҡты дауалау өсөн баш тиреһенә бер үк күләмдә алынған бал, алоэ һәм лимон һуты, кастор майы һөртөргә. Бер-ике һарымһаҡ киҫәге ҡушырға ла була.
  • Читайте нас