Уның ҡуйыусы-режиссеры ла, актеры ла – Радмир Дәүләтбәков. Халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан моноспектаклдең премьераһы Иҫәнғолда үткәйне, һуңыраҡ Бөрөнөң театр һөйөүселәренә тәҡдим ителде.
«Төп геройҙың соҡорҙағы һәр көнө кеше күңелендәге тәрән төпкөлдәрҙе аҡтарып сығарҙы. Мәңгелек ҡиммәттәрҙең хаҡын, ҡәҙерен белер һәм аңлар өсөн мотлаҡ ғазап, һынау кәрәкме икән ни? Тамашасы бик ябай булмаған ваҡиғаларҙа үҙенең дә халәтен, бөгөнгө тормошон күрҙе... Зөбәйер менән бергә ҡайғырҙы, уның уйҙарын уртаҡлашты, бергә көлдө, бергә иланы. Кешегә күп кәрәкме ни? Спектаклдең аҙағында Зөбәйер шулай ти: “Бына ғазап, күҙ йәштәре мәңгелек, шуларҙы йотоп ебәрер өсөн бер йотом һыу, шуларҙы йыуып төшөрөр өсөн бер ус һыу етә», – тип хәбәр итә «Ағиҙел»дәр.
Тамашаның аҙағында спектакль буйынса фекер алышыу ойошторолған. Билдәле педагогтар, театр белгестәре Фәрдүнә Ҡасимова, З. Хөсәйенова һәм башҡа күренекле шәхестәр актерҙың сәхнәлә уйнауына, моноспектаклгә ҙур баһа биргән. Ғөмүмән, фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар барыһы ла автор Мөнир Ҡунафинға, режиссер-уйнаусы Радмир Дәүләтбәковҡа сикһеҙ рәхмәттәрен белдерә, уңыштар теләй.