Баймаҡ, Ҡалтасы, Көйөргәҙе, Ишембай, Мәләүез, Миәкә һәм Учалы райондарында йәшәүселәр урындағы имамдар етәкселегендә ямғыр теләү – истискә намаҙын башҡарҙы. Был пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһиссәләмдең сөннәте.
– Бер ваҡыт Алланың рәсүле кешеләр менән тауға ямғыр һорарға сыҡҡан. Ул ике рәҡәғәт намаҙ башҡарған һәм ҡысҡырып Ҡөрьән аяттары уҡыған. Һуңынан кейеменең киреһен әйләндереп кейеп, ҡибла тарафына ҡарап баҫҡан да, доға ҡылырға тотонған, – тип истискә намаҙы тураһында Диниә назаратында һөйләнеләр.
Һуңғы өс аҙнала республикала ҡоро һәм эҫе һауа торошо һаҡлана. Ямғыр һирәк кенә яуа, яуһа ла оҙаҡ түгел. Алдағы көндәрҙә лә синоптиктар яуым-төшөм вәғәҙә итмәй. Эҫелек 22-нән алып 32 градусҡа тиклем көтөлә.