27 майға ҡарата һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда пандемия башланғандан алып 37842 яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыу осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә генә тағы 88 кешенең ауырыуы асыҡланған, шул уҡ ваҡытта 132 кеше был ауырыуҙан һауығып, аяғына баҫҡан. Ҡорбандар һаны тағы бер кешегә артып, 516-ға еткән.