15 июндән Асылыкүл менән Ҡандракүлгә ял итергә барырға була

“Асылыкүл” менән “Ҡандракүл” тәбиғи парктарында рәсми пляждар 15 июндә асыла.

Әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре алып барыла: пляждарға ҡом ташыйҙар, биобәҙрәфтәр урынлаштыралар, усаҡ яғыу урындары әҙерләнә.
«Асылыкүл» паркында Шарлама шарлауығының тирә-яғын төҙөкләндереү планлаштырыла. “Ҡандракүл”дә 12 ҡотҡарыусы һәм 15 кассир-контролер эшләйәсәк.
Әйткәндәй, быйыл һыу ятҡылыҡтары янына автомобилдәр менән инеү тыйыла. Бының өсөн 5 мең һум күләмендә штраф ҡаралған.
“Ирәмәл” менән “Мораҙым тарлауығы” тәбиғи парктарына янғын хәүефенә бәйле 4 июнгә тиклем инеү тыйыла. Әммә уларҙа ла миҙгелгә әҙерлек эштәре бара. 1 млн грантҡа “Ирәмәл”дә юлдарға ағас баҫмалар түшәйҙәр. Ғөмүмән, унда турист һуҡмаҡтарын үҫтереү талап ителә.
“Мораҙым тарлауығы”нда киләсәктә финанслау булған осраҡта 40 км юлды, Күгәрсен тау ҡыуышына һәм Иҫке Мораҙым мәмерйәһенә күтәрелеү урынын төҙөкләндереү, Оло Эйек йылғаһы аша аҫылмалы күпер төҙөү, турист туҡталҡаларын яңыртыу планлаштырыла.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас