Тирләмәҫ өсөн

Йәйгеһен тирләгән кешеләргә ҡыйын: тышҡа сығыр әмәл юҡ, шыбыр тир булаһың, өҫтәүенә, тир еҫе кейемгә һеңә. Был проблеманан арыныуҙың ниндәй юлдары бар икән?

Кискеһен имән ҡайырыһы ҡушып ҡайнатылған һыуҙа сайынырға кәрәк. Ошо һыуға аяҡ-ҡулдарҙы тығып ултырыу ҙа файҙалы.
Ныҡ тирләгән кешегә эске кейемен көн һайын алмаштырып тороу ҡамасауламаҫ. Хатта ойоҡбаштарҙы көнөнә бер нисә тапҡыр алмаштырырға кәңәш ителә.
Ныҡ тирләгән урындарға, мәҫәлән, ҡултыҡ аҫтына, бор спирты һөртөргә мөмкин.
Йыуынғандан һуң тәнегеҙҙе яҡшы итеп ҡоротоғоҙ.
Шулай уҡ үлән төнәтмәләре лә файҙалы. Мәҫәлән, 2 балғалаҡ йылан тамыры менән мелиссаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп бешерергә һәм 30 минут төнәтеп, һөҙөп эсергә. Көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Бер ҡалаҡ йылан тамыры үләне менән кесерткәнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп бешерергә. Көнөнә яртышар стакандан ике тапҡыр 4 аҙна дауамында эсергә була. Әммә был төнәтмәне тромбоз булғанда, ҡан тамырҙары киңәйгәндә эсергә ярамай.
Читайте нас