Мәҫәлән, Өфөлә йәшәүсе егет иғландар сайты аша бер ҡатындан осһоҙлата авиабилеттар һатып алырға йыйынған. Ул ҡатын аҡсаны алдан күсерергә ҡушҡан. Тыңлаусан егет уға 12 мең һумды күсергән... Үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр: аҡсаһын елгә осорған, самолет был егетһеҙ осҡан.
Балтас районынан ҡатынды ялған "банк хеҙмәткәре" төпһөҙ кәмәгә ултыртҡан. 83 мең һумлыҡ "кәмәгә". Тап шунса суммаға муттар уны алдаған.
Нефтекама ҡалаһынан ир уны уҙҙырған: ялған "банк хеҙмәткәре"нең, һеҙҙең исемгә муттар кредит алырға йөрөйҙәр, тигән алдағына ышанып, үҙ ҡулдары менән мут бәндә ебәргән ҡушымтаны телефонына ҡуйып, өс банктағы иҫәптәренән 340 мең һум аҡсаһын урларға ирек биргән. Бигерәк йомарт бүләк эшләгән, ризаһығыҙмы?!.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.