4 йомортҡа, 2 ҡалаҡ майонез, 1 ҡалаҡ он, 2 аш ҡалағы крахмал,1 балғалаҡ көнбағыш майы, тоҙ һалып ҡоймаҡ ҡамыры эшләп бешерергә. Эслеккә ҡыҙҙырылған ит иҙмәһе йәки туралған краб таяҡсалары әҙерләргә. Ҡоймаҡтар һыуынғас, майонезға туралған укроп, ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, борос һалып әҙерләнгән соус эшләп , һыларға. Өҫтөнә эслекте төрөп, табынға ҡуйырға.
Тағы ла эслеккә йомшаҡ сырҙы, һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәреп, укроп һалып, майонез менән бутап һалырға ла була.Бына тигән ҡабымлыҡ килеп сыға. Уны бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға, табынға телгәләп бирергә кәрәк.