Әгәр эштәре былай барһа, улар сирекфиналға ла эләгә алмай, үҙ тарихында мәсхәрәгә ҡалыуы ихтимал. Әлбиттә, 27 тапҡыр донъя чемпионы былай ғына бирелеп ҡалмаҫ һымаҡ. Сөнки улар хоккей иле булараҡ, бындай мәсхәрәне күтәрә алмаҫ. Шуға ла ҡалған дүрт уйында, моғайын дәғүәселәрен пыран-зыран килтереп, китеп барған поездың тупһаһына булһа ла йәбешеп ҡалыр.
Кисә улар немецтарға 1:3 иҫәбенә отолдо. Ә бына Германия уйынсылары туғыҙ мәрәй менән үҙ төркөмөн етәкләне. Шулай уҡ кисә, чехтар ниһайәт еңеү байрам итте. Улар Беларусь командаһын өҫтәмә ваҡытта алдырҙы.