Өфөлә 69 йыл элекке температура рекорды яңыртылды

Бындай эҫе көндәрҙә нимә менән мәшғүлһегеҙ, дуҫтар?

Кисә, 24 майҙа, Өфө – Дим метеостанцияһында иң юғары температура теркәлде – уның үлсәү приборҙары +35,5-те күрһәткән. Алдағы рекорд 1952 йылдан алып, 69 йыл буйы үҙгәрмәй торған. Ул саҡта +33 градуслыҡ эҫелек теркәлә. Әйткәндәй, был айҙа ғына алты температура рекорды ҡуйылды.
– Дөйөм алғанда, кисә республика буйынса максималь температура +31,0, +36,3 градусҡаса күтәрелгән. Иң юғарыһы Раевский метеостанцияһында теркәлгән – +36,3 градус, – тип еткерә синоптиктар.
Бөгөнгә синоптиктар йәнә йәшенле ямғыр вәғәҙәләгәйне. Әммә Өфөлә көн ап-аяҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көсәйергә мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ +35-кә тиклем йылынасаҡ, ҡояш байығандан һуң – +16-ға тиклем.
Читайте нас