Беҙҙекеләр миҙалдар менән ҡайтты

Өс "көмөш", бер "бронза". Волга буйы федераль округының "Туриада" спорт-туристик лагерындағы ярыш һөҙөмтәләре шундай. Сара 18 - 22 майҙа Һарытау өлкәһендә үтте.

«Туриада» - йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн. Ул "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлеше маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. 2024 йылға Рәсәйҙә спорт һәм физик культура менән даими шөғөлләнеүселәр өлөшө 55 процентҡа етергә тейеш. 2030 йылға был күрһәткесте 70 процентҡаса күтәреү күҙаллана.
Быйыл лагерҙа 700 кеше булды. Барлығы 14 команда ине. Улар араһында спортсылар, турслеттарҙа еңеүселәр, юғары уҡыу йорттары студенттары. Программала спорт һәм туризм буйынса старттар һәм конкурстар.
Башҡортостандан 16 - 25 йәштәге 40 кеше барҙы. Беҙҙекеләр слалом (водная-каяк), видеоконкурс, туристик маршрут буйынса - икенсе, йәйәүле туризм буйынса өсөнсө урын яуланы.
Фото: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан.
Читайте нас