150 г һабынды 10 л һыуға иҙеп һалһағыҙ, ағастарығыҙҙа һәм сәскәләрегеҙҙә телә булмаҫ. Сирле гөлдәрҙе ташлағандан һуң гөл һауытын йыуырға мөмкин.
Баҡса еләге сәскә атҡан мәлдә туҡландырыу өсөн һәйбәт. 10 литрға 5-10 тамсы йод һалып иҙергә кәрәк. Был эретмә үҫемлекте төрлө сирҙән дә һаҡлай.
Ҡыуаҡлыҡтарығыҙ һынһа, ҡабаҡта сыйылған урындар булһа, «зеленка» һөртөп ҡуйырға мөмкин. Ул сереүҙән һаҡлай.
Орлоҡтарҙы һәм бүлбеләрҙе ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн марганцовка эретмәһендә дезифекциялайҙар.( 10 литр бер ҡалаҡ марганцовка).Картуфты тишеүсе ҡорт булмаһын өсөн сәсер алдынан марганцовкалы һыуҙа тотоп алырға кәрәк.
Помидорҙар теплицала эҫенән һулып ултырһа, борос, баклажандар емешләнмәһә, ҡыярҙың уңышы әҙ булһа, бор кислотаһы эретмәһен һиптерәләр. 2 г кислотаны 500 мл эҫе һыуҙа иҙергә һәм шуға 10 литр һыу ҡушырға.
5 л һыуҙа 5 мл глюкоза һәм 1 мл В1 витаминын иҙергә. Был шыйыҡсаны ике аҙна һайын гөлдәрегеҙгә һибеп торһағыҙ, улар үҫеп китер һәм һеҙҙе сәскәләре менән һөйөндөрөр.
Лайлалы ҡусҡар булмаһын өсөн үҫемлектәр эргәһенә һибеп сығығыҙ. 10 литрға 100 г порошокты иҙеп, сәскә атҡандан һуң алмағастарҙы, грушаны эшкәртһәгеҙ, ҡорттары булмаҫ.
Содалы эретмә һипһәгеҙ, виноградығыҙҙың емеше тағы ла нығыраҡ балланыр. Ҡыяр ауырымаһын өсөн өсөн лә был эретмә менән эшкәртергә мөмкин.
Бесәй, эттәрҙең беттәренә ҡаршы шампунь менән тәҙрә төптәрен һөртһәгеҙ, гөлдәрегеҙгә башҡа үҫемлектәрҙән телә йоҡмаҫ. Шырпы бөртөгөнөң көкөртлө башын тупрағына ҡаҙап ҡуйһағыҙ ҙа, төрлө бөжәкте юҡҡа сығарыр.