Бөгөн – филологтар көнө

Филология боронғо грексанан “һүҙгә һөйөү” тигән мәғәнәне аңлата.

Рәсми байрам булмаһа ла, календарҙа билдәләнгән. Тимәк, филологияның әһәмиәтен аңлайҙар.
Бик боронғо һөнәр ул. Әллә ҡасанғы быуаттарҙа уҡ йәш быуынға әҙәбиәт уҡытҡандар. Әлбиттә, сит ил телдәрен дә өйрәткәндәр. Беҙҙә, йәғни башҡорттарҙа, ғәрәп, фарсы, рус, ҡытай телдәрен яҡшы белеүселәр күп булған. Рәсәй империяһында (батшалығында) һарайҙарҙа француз, немец телдәре популяр булған.
Филологтар төрлө йүнәлештә эшләй ала. Мәктәптә тел һәм әҙәбиәт кенә уҡыталар икән тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Бөгөн иҡтисадтың һәр тармағында тиерлек диплом буйынса белеме филолог булғандарҙы һанап бөтөрөрлөк түгел.
Һандар һәм факттар
Рус телендә “ф” хәрефенән башланған һүҙҙәрҙең күбеһе – сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр.
Канар утрауҙарында (Гомер утрауы) һыҙғырыу теле лә бар. Ул испан диалектының береһе һанала. Бындағы халыҡ өс саҡрым самаһы араға һыҙғырып аралаша ала.
Эсперанто – иң таралған яһалма тел.
Донъяла 6500 самаһы тел бар. Шуларҙың 2000-ндә 1000-дән дә әҙерәк кеше һөйләшә.
“Әсәй” һүҙе күп телдә “м” хәрефенә башлана.
Камбоджалағы кхмер алфавиты донъяла иң оҙоно. Ул 74 хәрефтән тора.
Фото: vk.com
Читайте нас