Ағиҙел аша иҫке күперҙе япҡандар

Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарары менән бөгөн иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 10-ға тиклем көньяҡ йүнәлештән транспорт бер генә күперҙән үтә. Әлеге ваҡытта Салауат Юлаев проспектының яртыһында, Сочи, Минһажев, Яңы күпер урамдарынан түбән төшкән урындарында ғәйәт оло машина тығыны барлыҡҡа килгән.

Саманан тыш эҫелә һәм һыуыта иҫке күперҙең өлөштәренә баҫым арта, емерелеү ҡурҡынысы ла бар. Әле һауа температураһы 32 градустан артҡан.
Водителдәр, урау юлдар эҙләгеҙ, йәки һуңғараҡ юлға сығығыҙ.
Читайте нас