17 – 23 майҙа Кире бәйләнеш платформаһы өс меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Хәҙер проблеманы социаль селтәрҙәр аша ла хәл итеп булғанын торған һайын күберәк кеше белә. Хәйер, ЦУР шуның өсөн – халыҡҡа ярҙам итеү өсөн – эшләй ҙә инде.
Әйткәндәй, бер нисә көн элек БР Башлығы Радий Хәбиров Республика идара үҙәгенә (ЦУР) килеп, бинаның төҙөлөшө менән танышты. Уны июндә тамамларға тейештәр. ЦУР булдырыу проекты Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Фото: БР Башлығы сайтынан.