ГТО тапшырырға әҙерһеңме?

Күптәр сәләмәт тормош алып барыуға һәм спортҡа нығыраҡ иғтибар итә. Һәр беребеҙгә мәктәп йылдарынан уҡ таныш ГТО нормаларын тапшырыу спортта өҫтөнлөклө йүнәлеш булырға тейеш.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексын үҫтереү өсөн йөкләмә әҙерләргә ҡушты.2024 йылға тиклем барлыҡ район-ҡалаларҙа ГТО тапшырыу өсөн майҙансыҡтар булдырыла. Ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан 21,7 миллион һум субсидия бүленгән.
Һәр муниципалитетҡа дөйөм суммаһы 21 741,9 мең һумлыҡ 69 мобиль спорт ҡорамалы комплекты һатып алынған.
Бөгөнгө көндә ГТО комплексының электрон мәғлүмәттәр базаһында 515 кеше теркәлгән. Йыл аҙағына республиканың Спорт министрлығы был һанды 550 меңгә еткерергә йыйына.
Башҡортостандың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында хәҙер 68 һынау үҙәге эшләй (Бөрөлә һәм Стәрлетамаҡта икешәр үҙәк).
Комплекс 11 йәш төркөмөндә (6 йәштән башлап 70 йәшкә тиклем һәм өлкәнерәктәр) спорт нормативтарын башҡарып сығыуҙы күҙ уңында тота. Ул 11 баҫҡыстан тора. ГТО комплексы нормативтарын үтәргә теләһәгеҙ, тәүҙә табиптан рөхсәт алырға, www.gto.ru сайтында теркәлергә, һынау үҙәктәрендә нормативтарҙы үтәргә кәрәк. "Иң -иң"дәргә алтын, көмөш, баҡыр билдә һәм таныҡлыҡтар тапшырыла. Ярыш һөҙөмтәләрен сайттан күҙәтеп барырға мөмкин.
Читайте нас