Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылы янындағы йылғала полиция хеҙмәткәрҙәре алдан хөкөм ителгән 35 йәшлек ирҙе тотҡан - браконьерҙың ауына суртан, ҡорман, һыла, опто, сабаҡ эләккән.
Браконьер балыҡһыҙ ҙа, ауҙарһыҙ ҙа, резина кәмәһеҙ ҙә тороп ҡалған.
Бынан тыш уға ҡарата РФ ЕК 256 ст. 1-се б. буйынса енәйәт эше асылған. Штраф елле: 300 меңдән алып 500 мең һумға тиклем. Йәки 480 сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәр йәки ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.