“Бөҙрә” петрушка үҫтермә!

Тәмләткес үләндәр рәтенә ингән петрушканы үҫтереүселәр күңелһеҙ хәлгә тарыуы бар.

Баҡ тиһәң, “бөҙрә” петрушканан наркотик май алып була икән. Һәм был үләнде үҫтереүселәргә РФ-ның 228-се енәйәт кодексына ярашлы, 40 мең һум күләмендәге штраф һалыуҙары, йә ике йылға иректәренән мәхрүм итеү янай.
Шулай ҙа “бөҙрә” петрушка япраҡтарын тәмләткес итеп ҡулланыу өсөн үҫтерһәгеҙ, борсолорға кәркмәй. Наркотик матдә алырға уның емештәре кәрәк, ти белгестәр.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас