Абышҡаһы уҡлау менән ҡатындың ҡабырғаларын "һанаған"

Сибай ҡалаһында 37 йәшлек ир граждан ҡатынын туҡмас таяғы менән туҡмап, ҡабырғаларын, иңбашын һындырған.

Билдәле булыуынса, улар ҡунаҡҡа барған.
Ҡайтышлай, ир ҡатынды икенсе ирҙән көнләшеп, ғауға ҡуптарған.
Юлда уҡ ҡатынға йоҙроҡлап һуҡҡан ир өйгә ҡайтып еткәс, уҡлау менән туҡмарға тотонған.
Ир йоҡлап киткәс, ҡатын әсәһенә барып, "Тиҙ ярҙам"ды саҡырғандар.
Был ирҙең тиҫтәнән ашыуыраҡ хөкөмө бар, хәҙер шуларға тағы берәү өҫтәлә инде.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас