Быйыл 11-се синыфты тамамлаясаҡ 1302 кеше Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙан баш тартҡан. Улар урта белем тураһындағы аттестатты математика менән рус теленән сығарылыш имтихандарын биреп кенә аласаҡ. Был хаҡта БР Хөкүмәтендә аҙна һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәлә БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һынауҙы 17 690 кеше тапшыра . Уларҙың 11 меңе профиль математиканы, 6 920 кеше йәмғиәтте өйрәнеү фәнен, 4 467 кеше физиканы, 3 991 кеше биологияны, 3 724 кеше информатиканы тапшыра.
Информатиканан имтихан быйыл тәүге тапҡыр компьютерҙа эшләнеләсәк.
Дәүләт һынау аттестацияһын уҙғарыу өсөн 164 урын әҙерләнгән.
Быйыл 9-сы синыфты тамамлаясаҡ 41 279 кеше рус теле менән математиканан һынау тотасаҡ. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле сығарылыш уҡыусылары теләк буйынса мотлаҡ ҡаралған бер генә предметтан имтихан бирә.