Бер мәл ауыр замандар килгән: ҡоролоҡ күп кенә кешене ҡырған, аслыҡ булған. Барыһы ла тамамланғас, баяғы хеҙмәтсенең башына бер уй килгән: мине батрак тип белеүселәр үлеп бөттө шикелле, хәҙер үҙемә бойороҡ биреүсе булырға ваҡыт етте, матурлығымды файҙаланып ҡалайым...
– Мин – һинең хужаң, һин – минең ялсым, – тигән ул бер көн байға.
Былар араһында бәхәс ҡупҡан. Уларҙы бер аҡыл эйәһе булған судья ла ишеткән.
– Барығыҙ, ана-ау манараға менегеҙ ҙә, тәҙрәнән ҡулдарығыҙҙы сығарығыҙ, – тигән ул бәхәсләшеүселәргә.
Тегеләр судья әйткәнсә эшләгән. Бер аҙҙан хөкөм сығарыусы ярҙамсыһына ҡысҡырған:
– Ошо ҡулдарҙан хеҙмәтсенекен тап та ҡырҡ!
Был әмерҙе ишетеү менән ялсы ҡулдарын тиҙ генә тартып алған, ти. Судья шулай кемдең кем икәнен асыҡлаған.
Йөҙөң матур булыу менәнме ни? Асылың хеҙмәтсе булғас...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.