«Барыһы ла яҡшы буласаҡ!»

Беслан мәктәбе уҡыусыһы үҙенең ҡотҡарыусыһын – махсус тәғәйенләнештәге отряд ветеранын Һуңғы ҡыңғырау байрамына саҡырған.

Алена Цкаева быйыл мәктәпте тамамлай. 2004 йылдың 3 сентябрендә ҡот осҡос Беслан фажиғәһендә ҡыҙҙың әсәһе Фатиманың һәм апаһы Кристинаның ғүмере өҙөлә. Тик ағаһы Мәһәр генә мөғжизә менән тере ҡала – әсәһе уны мәктәп тәҙрәһенән этеп сығарып өлгөрә. Урындағы Хөкүмәт вәкилдәренең террорсылар менән һөйләшеүҙәре барышында 26 кешенең ғүмере ҡотҡарыла, шулар араһында алты айлыҡ Алена ла була. Сабыйҙы махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәре Эльбрус Гогичаев хәүефле биләмәнән боевиктарҙың мылтыҡ тоҫҡауы аҫтында алып сыға. Ошо мәлде фотоға төшөрөүселәр табыла. Һуңыраҡ был фотоһүрәт интернет донъяһына таралып, фажиғәнең символына әүерелә.
Аҙаҡтан Эльбрус ҡыҙҙың әсәһе һәләк булыуын белеп ҡалғас, сабыйҙы үҙенә тәрбиәгә алырға теләй, әммә уны атаһы килеп алыуы асыҡлана.
Бына 16 йыл үткәс Алена йәнә үҙенең ҡотҡарыусыһы менән осрашты. Улар оҙаҡ ҡына бер-береһенә йылмайып ҡарап тора һәм ҡосаҡлаша. Махсус тәғәйенләнештәге отряд ветераны, ир уртаһын уҙған Эльбрус ауыр фажиғәне хәтерләткән осрашыуҙары өнәп бөтмәй, әммә ҡыҙҙың үтенесен йыҡмай килгән, күрәһең. Ул яңы тормошҡа аяҡ баҫырға торған көләс, мөләйем Аленаға: «Барыһы ла яҡшы буласаҡ», – тип уңыштар теләй һәм ҡыҙ менән иҫтәлеккә фотоға төшөп, тантана башланмаҫ борон ҡайтыу яғына сыға.
Быйыл донъялағы иң ҙур теракттарҙың береһе - Беслан фажиғәһенә 17 йыл туласаҡ. Мәғлүм булыуынса, 2004 йылдың 1 сентябрендә террорсылар 1128 кешене әсирлеккә ала, өс көн спорт залында тота. Һөҙөмтәлә 334 кеше һәләк була, шуның 186-һы - балалар. 2019 йылда фажиғәнең 15 йыллығы айҡанлы Беслан мәктәптәрендә Белем көнөн 4 сентябргә күсерҙеләр.
Хоҙай һаҡлаһын, бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын...
Читайте нас