Актриса Нина Шацкая мәрхүм булған

Ул барыбыҙ ҙа яратып ҡараған "Добро пожаловать, или посторонним вход воспрещен!" фильмындағы роле менән билдәле. Щацкая унда пионер вожатый ролен башҡарған. Йәштәрсә энергиялы ҡыҙ өлкән быуынды - лагерь директоры Дынин иптәште үҙенең идеялары менән аптырата, юғалған малай Иночкиндың яҙмышы өсөн ныҡ борсола.


Нина Шацкая 81 йәштә булған. Үрҙә телгә алынған фильмдан тыш ул "Коллеги", "Визит к Минотавру", "Чрезвычайное поручение", "Контрабанда" картиналарында ла уйнаған.
Читайте нас