Баш автоинспектор Динар Ғилметдинов хәбәр итеүенсә, 32 йәшлек мотоциклсы ҡатыны менән булған. Улар Әлмәт ҡалаһынан Башҡортостанға килә ятҡан. Водитель юлда соҡорға төшөп китеп, техникаға идара итеүҙе юғалтҡан. Бәхеткә күрә, икеһе лә иҫән ҡалған, төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға мөрәжәғәт иткәндәр.