Рәсәй йыйылма командаһы үҙ төркөмөндә беренсе осрашыуын Чехия уйынсылары менән асып, уларҙы 4:3 иҫәбенә еңде. Бәйге ике яҡтың алмаш-тилмәш өҫтөнлөгө менән барып, һөҙөмтәлә беҙҙекеләр төп ваҡыттың һуңғы секундында еңеүҙе тартып алды. Бөгөн улар Бөйөк Британия уйынсылары менән сәкәләшәсәк. Аҙаҡтан Швеция, Швейцария, Словакия, Дания һәм Беларусь командалары менән көс һынашасаҡ.
Шулай уҡ кисә беренселек хужалары Канаданы 2:0 иҫәбенә алдырып, тарихи еңеү яулай. Осрашыуҙан һуң, Латвия халҡы чемпион булғандай, төнө буйы геүләп сыҡты. Беларусь хоккейсылары Словакияға 2:5, итальяндар немецтарға 4:9 иҫәбенә отолдо.
Ғөмүмән, чемпионатҡа килгәндә, ул 84-се тапҡыр уҙғарыла һәм беҙҙекеләр үҙ тарихында 27 мәртәбә (СССР – 22, Рәсәй – 5) алдынғылыҡты бирмәй. Канада уйынсылары иҫәбендә 26 еңеү.