Законды юҡҡа ғына сығармағандарҙыр инде. Күргән бар: йәш кенә егет һәм ҡыҙҙар (бантиклы һәм алъяпҡыслы бит әле ул) байрамдан һуң "кәйеф күтәрә".
“Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголь һәм спиртлы продукция етештереү һәм уның әйләнешен көйләү тураһында” 414-3 БР законының (1.03.2007) 6.2-се статьяһын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, “Һуңғы ҡыңғырау” байрамдарын үткәргән көндә алкоголь продукцияһын һатыу тыйыла.
Ғәҙәти көндәрҙә иҫерткестәр һатыусы ойошмаларҙы әлеге законды үтәргә саҡыралар.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.