Рәсәйҙә ҡорал алыу, йөрөтөү һәм һаҡлау ҡағиҙәләре үҙгәрә

Был турала закон проекты әҙерләнә, уны тәүге уҡыуҙа хупланылар. "Рәсәйҙә ҡоралға эйә булған кеше адекват, психик сәләмәт, законға буйһоноусан булырға тейеш", - тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.

Бынан ары мылтыҡ, пистолет кеүек ҡоралдарҙы тик законға буйһоноусыларға һәм айыҡтарға ғына рөхсәт итәсәктәр.
Лицензия ике йәки унан да күберәк хөкөм ителеүселәргә, иҫеерек килеш машина йөрөткәне өсөн тотолоусыларға бирелмәйәсәк.
Шулай уҡ закон проекты буйынса, автомобилеңде иҫереккә бирһәң дә, алкоголгә тикшереү үтеүгә барыуҙан баш тартыу ҙа ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт бирмәүгә сәбәп буласаҡ.
РФ Дәүләт Думаһында Башҡортостандан депутат Рафаэль Мәрҙәншин фекеренсә, тәҡдим ителгән сикләү саралары ҡорал ҡулланып ҡылынған енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметәсәк.
«Человек, владеющий оружием в Российской Федерации, должен быть адекватным, психически здоровым, уравновешенным и законопослушным гражданином, который уважает права и свободу такого же человека, как он", – ти депутат.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас