"Орлан"дың биш меңенсе пассажиры кем булған?

Өфө-Күмертау араһында шәп йөрөүсе ҡала яны поезында юбилейлы пассажир исемен сайтта яҙҙыҡ. ⏬

Башҡорт дәүләт медицина университетының дүртенсе курс студенты Илсинә Хәлитова иртәгә Мәләүезгә ҡайтырға уйлаһа ла, бөгөн поезға сыҡҡан булған. Бәхет тап уға йылмайҙы - ҡыҙҙы "Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы"ның генераль директоры урынбаҫары Олег Черноокий ҡотлап, маршрут буйынса бушлай йөрөргә хоҡуҡ биргән сертификат тапшырҙы.
Әйткәндәй, буласаҡ табип был поезд менән айына бер нисә тапҡыр ҡайтып кире килә икән. Былтырҙан йөрөй башлаған "Орлан" менән ҡулланған пассажирҙар һаны көндән-көн арта бара.
«Каждый вагон оборудован климатической установкой с системой очистки и обеззараживания воздуха. В салоне установлены мягкие сиденья, широкие багажные полки, светодиодное освещение, информационные табло и санитарные модули. Для удобства посадки и высадки маломобильных пассажиров предусмотрены подъемники для кресел-колясок, специализированные места для их крепления и специальное оборудование в санитарном узле», - тине компания гендиректоры урынбаҫары Олег Черноокий.
Ошо арала маршрутҡа "Орлан" рельс автобусының икенсе пары маршрутҡа сығыуы көтөлә.
Читайте нас