-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә ҡала башҡорттары үҫеше мәсьәләһен тикшерелде

Өфөлә «Ҡала башҡорттары: Полиэтник ҡала шарттарында этник берҙәмлек» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо. Унда ҡала башҡорттары темаһы күтәрелде. Ҡала шарттарында туған телде һаҡлауҙа мөһим шарт - мәктәптә балаларҙың туған телен өйрәнеү. Һәр ата-әсә балаһы өсөн туған тел булараҡ башҡорт телен һайлап ғариза яҙырға тейеш.

Форумда республика ҡалаларында башҡорт телен һаҡлау проблемаһы ла тикшерелде. Ассимиляция, белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеүҙең кәмеүе, милләт-ара никахтар һөҙөмтәһендә телдең юғалыуы, дәүләт учреждениеларында башҡорт телен файҙаланыу кимәленең түбән булыуы һәм башҡа бик күп мәсьәләләр ҡаралды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова фекеренсә, башҡорт этносының урбанизация процесы дауам итә һәм милләттең демографик, мәҙәни, социаль һәм иҡтисади өлкәләрендә үҫешенә йоғонто яһай. Иң төп проблемаларҙың береһе - мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү буйынса ата-әсәләрҙән ғариза йыйыу. Теләүселәр аҙ, был иһә башҡорт теле дәресенең мәктәп программаһынан алыныуы менән янай.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милләттәштәребеҙҙең заманса шарттарға социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуы буйынса практик эшкә ҙур иғтибар бүлә. Ошо йәһәттән байтаҡ саралар үткәрелә, улар барышында йәштәрҙе башҡорт телен өйрәнеүгә йәлеп итеү, башҡорт йәштәренең мәҙәни мәғлүмәт-алмашыу мөхитен булдырыуға булышлыҡ итеү, милли үҙенсәлекте сағылдырыуҙың хәҙерге заман талаптарына яуап биргән яңы формаларын дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Башҡорт халҡын, шул иҫәптән уның ярайһы ҙур өлөшөн тәшкил иткән төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын туплау ҙа мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. Үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кем, башҡорт теленең ниндәй генә диалектында һөйләшһә лә, үҙенең башҡорт үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу хоҡуғына эйә», - тине Эльвира Айытҡолова үҙ сығышында.
Конференцияла ҡатнашыусылар башҡорт телендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын асыу, билингивизм, ҡала мәктәптәрендә туған телде уҡытыу сифатын, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт төркөмдәре селтәрен киңәйтеү мәсьәләләрен һәм ҡалаларҙа туған телде файҙаланыуҙың заманса механизмдары темаларын тикшерҙе.